05:09 (UTC+5), 01 Марта 2013

Рөстәм Хәмитов республиканың ҡала һәм район Советтары рәйестәре менән осрашты

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың ҡала округтары һәм муниципаль райондары Советтары рәйестәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостандағы хәл тикшерелде, төбәкте үҫтереү мөмкинлектәре билдәләнде. Республика Президентының Совет башлыҡтары менән бындай форматта осрашыуы тәүгә үткәрелә. Уның һүҙҙәренсә, артабан осрашыуҙар даими ойоштороласаҡ.
— Былтыр барығыҙ ҙа еңел булмаған һайлауҙар аша үтте. Конкуренция шарттарында үткән һынауҙарҙы барыһы ла үтә алманы. Әммә был залда йыйылғандар ысынында ла еңеүсе, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Барығыҙҙың да идара итеү эшмәкәрлеге буйынса тәжрибәгеҙ бар һәм урындарҙа хәлде яҡшы беләһегеҙ.
Президент билдәләүенсә, урындағы власть – халыҡҡа иң яҡын торған орган. Ул көнүҙәк мәсьәләләрҙе – торлаҡ, хеҙмәт хаҡы, эш урындары, һаулыҡ һаҡлау, ауылдарҙы төҙөкләндереү, юлдар төҙөү, хәүефһеҙлек кеүек һорауҙарҙы хәл итә.
Рөстәм Хәмитов 2012 йылда төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса яҡынса йомғаҡтар менән таныштырҙы. Уның һүҙҙәренсә, барлыҡ йүнәлештәр буйынса яҡшы һөҙөмтәләр бар. Тулайым төбәк продукты ете проценттан ашыуыраҡҡа артып, бер триллион һумлыҡ сикте уҙҙы. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы кимәле ярайһы уҡ күтәрелде. Шулай итеп, уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы республикала иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә етте.
Төбәк башлығы агросәнәғәт комплесындағы хәлгә лә туҡталды, ҡоролоҡ эҙемтәләре хаҡында әйтте һәм малсылыҡ тармағындағы уңыштарҙы билдәләне. Президент киләсәккә теләһә ниндәй шарттарҙа ла уңыштарға өлгәшеү бурсын ҡуйҙы.
Башҡортостан Президенты иҫәпләүенсә, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә цивилизация һәм фән ҡаҙаныштарын файҙаланыу зарур. Төбәк башлығы тармаҡҡа күрһәтелгән дәүләт ярҙамы сараларын билдәләне.
Республиканың ҡала округтары һәм муниципаль райондары Советтары рәйестәре менән осрашыуҙа демографик сәйәсәт мәсьәләләре лә тикшерелде.
— Халыҡтың иҫәбен арттырыу мәсьәләһендә беҙгә даими ыңғай динамика кәрәк, - тип билдәләне республика башлығы. – Үткән йылда республикала 58997 сабый тыуған. 1991 йылдан алып был иң яҡшы һөҙөмтә. Халыҡтың тәбиғи артыуы төбәктә 6 мең кеше тәшкил итте.
Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов миграция ағымы мәсьәләһен билдәләне.
— Кешеләр республикаға килеп, бында төпләнһен өсөн ҡайһы бер шарттарҙы үтәү талап ителә. Хеҙмәт хаҡы, эш урындары, торлаҡ төҙөлөшө, социаль түләүҙәр мәсьәләләрен хәл итеү зарур.
Башҡортостан Президенты Совет рәйестәре алыдына республика халҡы өсөн уңайлы эш һәм йәшәү шарттарын булдырыу буйынса эшмәкәрлеккә әүҙем ҡушылыу бурысын ҡуйҙы.
Осрашыуҙа шулай уҡ муниципалитет бюджеты килемен формалаштырыу, ауылдарға ярҙам күрһәтеү, бюджеттан тыш средстволар йәлеп итеү сығанаҡтарын эҙләү, моноҡалаларҙы үҫтереү программаларын булдырыу кәрәклеге билдәләнде.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика