07:26 (UTC+5), 01 Марта 2013

Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышының беренсе спикеры Михаил Зайцев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Арина Рәхимҡолова
Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышының тәүге рәйесе, Өфөнөң беренсе мэры Михаил Зайцев һуңғы йылдарында йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Ошонда уҡ уның иҫтәлегенә арналған митинг ойошторолдо.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡала власына һәм мемориаль таҡтаташ асыуға булышылыҡ иткән һәр кемгә рәхмәтен белдерҙе. Михаил Зайцев ғүмеренең аҙағынаса республика һәм ил мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан тоғро дуҫ һәм хеҙмәттәш булып хәтерҙә ҡаласаҡ, тип билдәләне республика парламенты спикеры.
Митингта шулай уҡ ҡала етәкселеге вәкилдәре, беренсе спикерҙың ғаилә ағзалары һәм элекке хеҙмәттәштәре ҡатнашты.
Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең эшенә тоғролоғо хаҡында Өфө ҡала Советы рәйесе урынбаҫары Ирек Ниғмәтуллин һөйләне.
– Михаил Зайцев исеме Өфө тарихында мәңге һаҡланасаҡ. Уның бөтә тормошо тиерлек республиканың баш ҡалаһына бәйле. «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеменә юҡҡа ғына лайыҡ булманы. Өфөлөләр уны яратты, сөнки ул һәр ваҡыт халыҡ араһында, ваҡиғалар солғанышында булды. Михаил Зайцев ҡаланы, уның проблемаларын яҡшы белде һәм халыҡ тормошон яҡшыртыу маҡсатында бөтә көсөн һалып, тырышып эшләне, - тине Ирек Ниғмәтуллин.
Бөгөн Михаил Зайцевҡа 75 йәш тулыр ине. Сарала ҡатнашыусылар мемориаль таҡтаташ эргәһенә таш шул сама ҡәнәфер сәскәһе һалды.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика