09:30 (UTC+5), 28 Февраля 2013

Башҡортостан парламентарийҙары йәштәр сәйәсәте тураһындағы федераль закон әҙерләүҙә ҡатнашасаҡ

Людмила Терновая
Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Игорь Ананских БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр сәйәсәте тураһындағы федераль закон әҙерләү буйынса эш төркөмө составына инергә тәҡдим итте. Бындай тәҡдим БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарының Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзалары менән осрашыуы барышында әйтеп ишеттерелде.
Игорь Ананских хәбәр итеүенсә, яңы документ әҙерләү идеяһын Рәсәй субъекттары тәҡдим иткән.
— Бындай закон Рәсәй субъекттарының яртыһында, шул иҫәптән Башҡортостанда ҡабул ителгән, - тип хәбәр итте Комитет рәйесе. – Шул уҡ ваҡытта федераль кимәлдә бындай закон юҡ. Һеҙҙең законда төплө фекерҙәр күп, шуға күрә һеҙҙе тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә саҡырабыҙ. Эш төркөмө составына бер нисә министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре индерелде.
Константин Толкачев был тәҡдимде хупланы.
— Хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ, беҙҙә был өлкәлә эшләнмәләр етерлек. Республика исеменән лайыҡлы сығыш яһап, беҙҙә булдырылған идеологияны лайыҡлы тәҡдим итергә тырышасаҡбыҙ, - тине республика парламенты спикеры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика