05:34 (UTC+5), 26 Февраль 2013

Өфөлә республика парламентының сираттағы ултырышы үтә

Людмила Терновая
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 60-сы ултырышы үтә. Көн тәртибенә 46 һорау индерелгән.
Депутаттар аҙаҡҡы уҡыуҙа ете республика закон проектын ҡабул итергә планлаштыра. Улар араһында - «Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт ҡануниәтен һәм хеҙмәт хоҡуғы нормаларын үҙ эсенә алған башҡа норматив хоҡуҡи акттарҙы үтәүгә ведомство тарафынан контроллек итеү тәртибе тураһында», «Башҡортостан Республикаһының мировой судьялары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт өлкәһендә ҡайһы бер закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында». «Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы БР закон проекты өҫтөндә эшләү тәҡдим ителәсәк.
Закон сығарыусылар тәүгә «Халыҡ художество промыслалары тураһында»ғы, «Башҡортостан Республикаһында шәхси медицина эшмәкәрлеге тураһында»ғы БР закондарына үҙгәрештәр индереүгә бәйле закон сығарыу инициативаларын, «Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзине тураһында»ғы закон проектын тикшерергә планлаштыра.
Ултырышта Өфөлә «Башҡортостан Республикаһында театраль эшмәкәрлекте хоҡуҡи көйләү мәсьәләләре тураһында» парламент тыңлауҙарын үткәреү мәсьәләһе лә тикшереләсәк.
Республика парламентының пленар ултырышында депутаттар шулай уҡ 24 федераль закон проектын ҡараясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика