11:39 (UTC+5), 25 Февраля 2013

Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары Этика кодексын әҙерләгән

Людмила Терновая
Башҡортостандың йәш парламентарийҙары «БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының Этика кодексы»н ҡабул итергә планлаштыра. Был һорау Йәштәр йәмәғәт палатаһының шаршамбы, 27 февралдә, үтәсәк ултырышының көн тәртибенә индерелгән. Ошоға бәйле Йәштәр йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлеге тураһындағы положениеға тейешле төҙәтмәләр тәҡим ителәсәк.
— Йәштәр палатаһы ағзалары закондар сығарыу органы ҡарамағында Этика комиссияһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте, - тип һөйләне республиканың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко. – Был комиссия эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге буйынса нормалар һәм критерийҙар әҙерләнде, улар Этика кодексына индерелде.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, документ тулыһынса йәш парламентарийҙар менән әҙерләнгән. Уны формалаштырыу стадияһында Йәштәр палатаһы ағзалары үҙ тәҡдимдәрен һәм төҙәтмәләрен индергән. Уларҙың барыһы ла иҫәпкә алынған. Йәштәр палатаһының сираттағы ултырышында Этика кодексын ҡабул итеү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика