06:01 (UTC+5), 25 Февраля 2013

Рөстәм Хәмитов тау саңғыһы спорты буйынса чемпиондар әҙерләү мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашты

Дмитрий Слезин
23 февралдә – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Олимпик-Парк» комплексында булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтә.
«Олимпик-Парк» спорт комплексында республика етәксеһе тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашты. Яңы бина бер йылдан кәмерәк ваҡыт эсендә төҙөлгән. Унда тренажер залы, спортсылар һәм тренерҙар өсөн бүләмәләр, душ кабинлары, медицина пункты, сисенеп-кейенеү бүлмәләре урынлашҡан.
— Бөгөн Өфөлә тау саңғыһы мәктәбенең яңы бинаһы асылыуына бик шатмын, - тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең тау саңғыһы мәктәбе Рәсәйҙә генә түгел, Советтар Союзы осоронда ла билдәле спортсылар тәрбиәләгән. Минең янда – атҡаҙанған спорт мастеры, мәктәп ғорурлығы Светлана Алексеевна Гладышева. Бөгөнгө көндә ул Рәсәй Федерацияһының Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы Президенты вазифаһын башҡара. Яңы бина төҙөү өсөн ҙур ресурстар таба алған «Газпром» корпорацияһына, объект өҫтөндә көнө-төнө ял белмәй эшләгән төҙөүселәргә, был эште ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтергә тейешбеҙ.
Рөстәм Хәмитов тау саңғыһы ҡорамалдары һаҡланған бүлмәлә булды. Бында Австрияның Reichmann фирмаһы етештергән махсус ҡорамалда профессиональ спортсылар саңғыларын ярыштарға әҙерләйәсәк. Президент тренажер залын, медицина пунктын, сисенеп-кейенеү бүлмәләрен ҡарап сыҡты һәм башҡарылған эштәрҙән ҡәнәғәт булыуын билдәләне.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика