10:17 (UTC+5), 25 Февраля 2013

Рәсәй Президенты тәмәке тартыуға ҡаршы законға ҡул ҡуйҙы

Людмила Терновая
РФ Президенты Владимир Путин тәмәке тартыуға ҡаршы законға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы июнь айынан башлап Рәсәйҙә йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу тыйыласаҡ.
«Граждандар һаулығын тәмәке төтөнө йоғонтоһонан һәм тәмәке тартыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында»ғы федераль закон Дәүләт Думаһы менән ағымдағы йылдың 12 февралендә ҡабул ителде һәм 20 февралдә Федерация Советы менән хупланды.
Законға ярашлы, тәмәке компаниялары өсөн лотерея үткәреү һәм төрлө сараларҙа бағыусы булып сығыш яһау тыйыла. Тәмәке витрина һәм кибеттәрҙә һатылмаясаҡ – уларҙың урынына тәмәке продукциһына прейскурант тәҡдим ителәсәк. Яңы закон электрон тәмәкегә һәм сәйнәй торған тәмәке ҡатышмаһына ла ҡағыла.
Башҡортостан парламентарийҙары был инициативаны тулыһынса хуплай.
— Граждандарҙың һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән закон ҡабул итеү – ваҡытында күрелгән сара, - тип иҫәпләй БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева. – Әммә, уның үтәлешенә кем контроллек итәсәк, тигән һорау килеп тыуа. Айырым ведомстволар, кешеләр законда тәҡдим ителгән сикләү сараларының үтәлешенә контроллек итергә тейеш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика