06:50 (UTC+5), 22 Февраля 2013

Волга буйы федераль округында Әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса совет ойоштороласаҡ

Людмила Терновая
Көн элгәре Әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре һәм етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса совет булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр итте Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич.
— Бындай совет алдағы көндәрҙә булдырыласаҡ, - тине Рәсәй Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле. – Унда профилле эш төркөмдәре формалаштырыласаҡ. Был категория балаларға ярҙам итеү өсөн Рәсәй кимәлендә тормошҡа ашырыуҙы талап иткән тәҡдимдәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙерләй алырбыҙ, тип уйлайым.
Өфөгә визиты сиктәрендә Михаил Бабич балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Артабан тормошҡа ашырыласаҡ тәҡдимдәрҙе әҙерләү өсөн етем балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса барлыҡ мәғлүмәтте дөйөмләштереү кәңәшмәнең төп маҡсаты булып тора, тип хәбәр итте ул журналистарға. Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Тулы хоҡуҡлы вәкил аппаратында махсус эш төркөмө булдырылды, ул етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге мәсьәләләрҙе өйрәнә. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тупланған тәжрибәне, мәғлүмттәрҙе дөйөмләштереп, етем балалар өсөн лайыҡлы йәшәү шарттарын булдырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика