06:01 (UTC+5), 22 Февраля 2013

Рөстәм Хәмитов һәм Михаил Бабич Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты

Людмила Терновая
Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте, унда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
— Рәсәй өсөн Ватанды һаҡлаусылар көнө айырыуса әһәмиәтле байрам булып тора, сөнки Ватанды һаҡлауға ҡағылышы булмаған бер генә ғаилә лә юҡ, - тип билдәләне Михаил Бабич. – Тәү сиратта, был Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хеҙмәткәрҙәр, уларҙың ғаилә ағзалары, оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре. Һңғы йылдарҙа дәүләтебеҙ Ҡораллы Көстәргә йәнә йөҙө менән боролдо. Хәрби хеҙмәткәрҙең социаль статусын күтәреү өсөн күп эштәр башҡарыла. Рәсәйҙең барлыҡ граждандарын етеп килгән байрам менән ҡотлайым.
Ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ республика Президенты сығыш яһаны:
— Ысын күңелдән һеҙҙе етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайм, - тине Рөстәм Хәмитов. – Был, әлбиттә, халыҡ байрамы, Ватанына тоғро булған барлыҡ илһөйәрҙәр, төрлө өлкәләрҙә ил мәнфәғәттәрен яҡлаған хеҙмәткәрҙәр, белгестәр һәм барлыҡ рәсәйлеләр байрамы. Бала саҡтан беҙҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының батырлығы алдында баш эйеп, уларға хөрмәт менән ҡарарға өйрәтеп үҫтерҙеләр. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең яугирҙәрҙе ҡайҙа ла маҡтап телгә алалар. Һалдаттарыбыҙҙы һәр хәрби округ ҡыуанып ҡаршы ала. Әлеге мәлдә республиканан 15 мең һалдат Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә хәрби бурысын үтәй. Башҡортостандың хәрби комиссариаты Үҙәк хәрби округта һәр яҡлап алдынғы һанала. Ватан һағында торған оло быуын вәкилдәре, йәш быуын, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Барығыҙҙы ла был матур байрам менән ҡотлайым!
Тантаналы йыйылыш барышында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының юғары наградалары тапшырылды. Кисә һуңында матур концерт ойошторолдо.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика