07:09 (UTC+5), 20 Февраля 2013

Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә республика яҡташтар берлеге активистары менән осрашыу үтте

"Башинформ"
Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар берлеге активистары менән осрашыу үтте, тип хәбәр итте БР Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге хеҙмәткәре Гөлсәсәк Ханнанова.
Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар берлеге бөгөн бер меңгә яҡын кешене берләштерә. Бында өс төп йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Улар - «Башҡортостан яҡташтар берлеге», «Мәскәү башҡорттары» һәм Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы. Был ойошма вәкилдәре менән БР Президенты Рөстәм Хәмитов та бер нисә тапҡыр осрашыу үткәрҙе.
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп Григорий Куранов тәғәйенләнде. Һәм яңы вазифалағы тәүге эш көндәрендә үк ул Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар берлеге ағзалары менән танышыуҙы мөһим тип тапты.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республика Хөкүмәте һәм Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар берлеге алдында торған уртаҡ бурыстарҙы билдәләне. Улар араһында – федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә Башҡортостандың ыңғай имиджын нығытыу, Мәскәүҙә һәм илдең башҡа төбәктәрендә йәшәгән халыҡты республиканың йолалары, тарихы, рухи мираҫы һәм алдынғы брендтары менән таныштырыу, баш ҡалала республика өсөн заманса кадрҙар потенциалын формалаштырыу. Осрашыу барышында БР Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары өсөн республиканың профилле министрлыҡтары, ҙур предприятиелары етәкселәре менән осрашыуҙар үткәреү тураһында һөйләшеп килеште. БР студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы башлығы Азат Бәҙрәнов тәүге бындай осрашыуҙы республиканың тау тоҡомдарын эшкәртеү тармағы етәкселеге менән ойоштороуҙы һораны.
Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге етәкселеге республиканан сыҡҡан һәм баш ҡаланың уҡыу йорттарында уңышлы уҡып йөрөгән студенттарға федераль һәм республика кимәлендә министрлыҡтарҙа, ведомстволарҙа, ҙур корпорацияларҙа стажировка, практика үтеүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
Осрашыуҙа шулай уҡ ресубликаның мәҙәни мираҫын Мәскәүҙә пропагандалау буйынса берлектә проекттар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленде. Улар араһында – баш ҡаланың яҡташтар ойошмаларына арналған яңы интернет-портал ярҙамында Мәскәүҙең төрлө юғары уҡыу йорттарында Республика көндәрен үткәреү, Башҡортостандың баш ҡалала булдырылған «Алтын ай» бейеү ансамбленең, «Саптар» ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар төркөмөнөң сығыштарын ойоштороу. Проекттарҙың ҡайһы берәүҙәрен БР Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге үҙ ҡанаты аҫтына алды.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика