07:32 (UTC+5), 06 Февраль 2013

Стәрлетамаҡ районының бала баҡсалары ҡала сабыйҙарын ҡабул итергә әҙер

Людмила Терновая
Стәрлетамаҡ районы хакимиәте Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ауылдарҙа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын реконструкциялау һәм уларға капиталь ремонт үткәреү проектын әҙерләй. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Раэль Рәхмәтуллин көн элгәре республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында һөйләне.
— Стәрлетамаҡ районы ҡабул ителгән нормативтарға ярашлы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары менән тәьмин ителгән, - тип хәбәр итте муниципалитет башлығы. – Бөгөнгө көндә районда 22 бала баҡсаһы эшләй, уларҙа 1057 сабый тәрбиәләнә. Шулай уҡ 18 белем биреү мәктәбендә 348 бала шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта район хакимиәте Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ауылдарҙа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын реконструкциялау һәм уларға капиталь ремонт үткәреү проектын әҙерләй. Әлеге бала баҡсаларына ҡала балаларын урынлаштырыу иҫәбенә ундағы буш урындарҙы бөтөрөү проекттың төп маҡсаты булып тора. Асыҡланыуынса, күпселек ата-әсәләр сабыйҙарын ҡаланан яҡын урынлашҡан ауылдарҙағы бала баҡсаларына йөрөтөргә әҙер. Был маҡсаттарға ирешер өсөн дүрт бала баҡсаһына капиталь ремонт үткәреү талап ителә.
Республика Президенты был башланғысты хупланы.
— Ҡаланан ситтә урынлашҡан бала баҡсаһы – тағы ла яҡшыраҡ, сөнки унда саф һауа, - тигән фекерен белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Стәрлетамаҡ сабыйҙары ҡала янында урынлашҡан ауылдарҙағы бала баҡсаларына йөрөй башлһа, миңә хәбәр итегеҙ. Артабан был йүнәлештә бергәләп эшләйәсәкбеҙ.
Стәрлетамаҡ хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бала баҡсаларына ете меңдән ашыу сабый сиратта тора. Бөгөнгө көндә ҡалала йәмғеһе 59 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика