12:49 (UTC+5), 05 Февраль 2013

Республика Президенты Стәрлетамаҡ районы активы менән осрашты

Людмила Терновая
Стәрлетамаҡ районы активы менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика кимәлендә 2012 йылға йомғаҡ яһаны, шулай уҡ район хеҙмәтсәндәренең ҡаҙаныштарын билдәләне.
— Стәрлетамаҡ районы торлаҡты сафҡа индереү буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты. – Һандар уртаса республика күрһәткестәренән ике тапҡырға юғарыраҡ. Бының өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бала баҡсаларын төҙөү бөгөнгө көнгә мөһим бурыстарҙың береһе булып тора, сөнки төбәктә халыҡ иҫәбенең артыуы күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта, төбәк башлығы билдәләүенсә, муниципалитет демографик күрһәткестәр буйынса артта ҡала.
Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Раэль Рәхмәтуллин үҙенең сығышында хәбәр итеүенсә, бала баҡсаларында урындар етешмәү мәсьәләһе район өсөн шулай уҡ көнүҙәк тема булып тора. Аралашыу барышында был мәсьәләне хәл итеү юлдарын ентекләберәк тикшереү зарурлығы билдәләнде.
Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ районының ауыл хужалығы өлкәһендә лидер булыуы хаҡында әйтте.
— Ауыл хужалығы йәһәтенән 2012 йыл ауыр булды, - тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан Президенты. – Әммә һеҙ яҡшы күрһәткестәргә ирештегеҙ. Техника менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ауыл хеҙмәтсәндәренә артабан да ярҙам итәсәкбеҙ.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, 2012 йылда район аграрийҙары яҡшы эш күрһәткән: хеҙмәт хаҡы арттырылған, ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған, хужалыҡтар «500 ферма» программаһында ҡатнашҡан. Әммә хәл итеүҙе талап иткән проблемаларҙың, айырыуса торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле булған мәсьәләләрҙең дә булыуын билдәләне төбәк башлығы. Уларҙы бергәләп хәл итәсәкбеҙ, тине Рөстәм Хәмитов.
Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү эҙемтәләре хаҡында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов предприятиеларҙың конкурентлыҡҡа һәләтен үҫтереү өсөн ғәмәлдәге производстволарҙы яңыртыу, етештерелгән продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү, бизнес алып барыу өсөн яңы мөмкинлектәр эҙләү кәрәклеген билдәләне.
Райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары Рөстәм Хәмитовҡа квартал һайын ауыл биләмәләренә бүленгән 100 мең һум күләмендәге средстволар өсөн рәхмәт әйтте. Улар ярҙамында ауылдарҙа юлдар төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләре хәл ителә. Осрашыу аҙағында республика Президенты район хеҙмәтсәндәренә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм бындай осрашыуҙарҙың файҙалы һәм кәрәкле булыуын билдәләне.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика