07:47 (UTC+5), 01 Февраль 2013

Рафаэль Мәрҙәншин баш ҡалала граждандарҙы ҡабул итте

Людмила Терновая
Дәүләт Думаһы депутаты Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитет ағзаһы Рафаэль Мәрҙәншин «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты, тип хәбәр итә ER.RU.
Депутатҡа Өфөлә һәм республиканың яҡын урынлашҡан ҡала һәм райондарында йәшәгән граждандар мөрәжәғәт итте. Әлеге сара – быйыл төбәк аҙналығы сиктәрендә үткәрелгән беренсе осрашыу. Рафаэль Мәрҙәншин һүҙҙәренсә, үткән йыл йомғаҡтары буйынса граждандар мөрәжәғәттәренең күпселек өлөшө ыңғай хәл ителгән.
— 2012 йылда һорауҙарҙың күпселек өлөшө енәйәт эштәрен асыуға һәм мутлыҡ ҡылған өсөн эшҡыуарҙарҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыуға ҡағылышлы булды, - тип һөйләне парламентарий. – Тейешле законға үҙгәрештәр индерелгәндән һуң, был тема буйынса мөрәжәғәттәр һаны һиҙелерлек кәмене. Әммә бизнесты рейдерлыҡ юлы менән тартып алыу буйынса мөрәжәғәттәр йышайҙы. Был мәсьәлә лә ябай түгел. Барлыҡ һорауҙар буйынса мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыштыҡ.
Депутат шулай уҡ үткән йылда ҡаралған закон проекттары тураһында һөйләне.
— Дәүләт Думаһында РФ Енәйәт кодексына төҙәтмәләрҙең өс блогы тикшерелә, - тип хәбәр итте Рафаэль Мәрҙәншин. – Тәүгеһе эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ҡағыла. Үҙгәрештәрҙең икенсе блогы зыян күреүсенең ғаризаһы булмай тороп, енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙы тыйыу менән бәйле. Өсөнсөһө хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡарата яуаплылыҡты анығыраҡ билдәләй: оператив-тикшереү эшмәкәрлеге йомғаҡтарын боҙоп күрһәтеү өсөн енәйәт яуаплылығы индерелә. Төҙәтмәләрҙең барыһы ла халыҡҡа ярҙам итер, тип уйлайым.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика