05:08 (UTC+5), 28 Января 2013

Самолеттарҙы электр менән тәьмин итеү системалары производствоһы Мәскәүҙән Өфөгә күсереләсәк

"Башинформ"
25 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Авиация ҡорамалы» концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Максим Кузюк менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыуҙа холдинг составына ингән «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен үҙгәртеп ҡороу һәм һауа судноларын электр менән тәьмин итеү системалары производствоһын Мәскәүҙән Өфөгә күсереү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Максим Кузюк һүҙҙәренсә, алдағы ваҡытта Өфө агрегат производство берекмәһендә етештереү ҡеүәттәре яңыртыла башлаясаҡ. Алдағы өс йылда предприятиела бер нисә тиҫтә инновацион изделие етештерә башлау планлаштырыла. Бында етештерелгән электр менән тәьмин итеү системалары бөтә төр самолеттар һәм вертолеттарҙа ҡулланыласаҡ.
Осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов «Авиация ҡорамалы» концернына ингән Өфөләге барлыҡ предприятиеларҙа булыуы хаҡында әйтте. Шул уҡ ваҡытта, уның билдәләүенсә, уларҙың бөгөнгө торошо республика властарын ҡәнәғәтләндермәй. Уларҙа етештереү күләмдәренең әҙ булыуын, предприятиеларҙың ҙур биләмәләрҙә урынлашыуын һәм мөлкәтте һөҙөмтәле ҡулланмауын билдәләне Президент.
— Беҙгә тәҡдим ителәсәк барлыҡ варианттарҙы ла тикшерергә әҙербеҙ. Был предприятиелар үҫешһен, етештереү күләмдәре артһын өсөн һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырышасаҡбыҙ. Шулай уҡ бер нисә яңы изделие етештереү йәки үҫтереү буйынса берлектәге программалар хаҡында уйларға мөмкин, - тине республика башлығы.
Максим Кузюк, үҙ сиратында, конкуренцияға һәләтлелекте һәм һөҙөмтәлелекте арттырыу маҡсатында концерндың бер нисә йүнәлеш буйына эшләүен билдәләне. Етәксе бер нисә проектҡа индерелгән Өфө предприятиелары буйынса миҫал килтерҙе.
— Мәскәүҙә етештерелгән изделиелар производствоһын Өфөгә күсереү буйынса тотош бер программа әҙерләнек. Йәғни етештереү күләмдәре арттырыласаҡ. Шулай уҡ федераль маҡсатлы программаға эләгер өсөн Мәскәүҙәге майҙансыҡтарҙа компетенцияларҙы үҫтереп һәм нығытып, Өфөләге производствоны яңыртырға планлаштырабыҙ, - тине Максим Кузюк.
Концерн башлығы осрашыуҙан һуң журналистар менән аралашыу барышында билдәләүенсә, Өфөлә «Авиация ҡорамалы» холдингының дүрт предприятиеһы бар. Уларҙың береһе – проектлау институты, өсәүһе – етештереү майҙансыҡтары. Һәр береһе буйынса үҫеш программаһы әҙерләнгән.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика