07:18 (UTC+5), 24 Января 2013

Башҡортостан – педагогтарҙың эш хаҡы иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткерелгән төбәктәр иҫәбендә

Ғәлиә Нәбиева
Волга буйы федераль округында мәғариф учреждениелары педагогтарының уртаса эш хаҡын төбәк буйынса уртаса кимәлгә еткереү мәсьәләһе айырыуса контролдә тотола, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Прездентында кәңәшмәлә РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич. Владимир Путин Социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәренә өлгәшеү мониторингы буйынса комиссияның беренсе ултырышын үткәрҙе. Уның төп күрһәткестәре ил башлығының 2012 йылдың 7 майындағы указдары менән билдәләнгән.
— 2012 йыл йомғаҡтары буйынса 14 төбәктең етәүһендә иҡтисад буйынса уртаса күрһәткескә өлгәшелгән. Улар – Башҡортостан, Мордовия, Татарстан, Удмуртия, Пермь крайы, Пенза һәм Ульяновск өлкәләре, - тип хәбәр итте Михаил Бабич. – Ете төбәктә был күрһәткес бөгөнгө көнгә 80-97 процент тәшкил итә һәм, алдан фаразлау буйынса, уға ағымдағы йылдың беренсе кварталында өлгәшеләсәк.
2012 йылда округ төбәктәренә был сығымдарҙы ҡаплауға 75 миллион һум аҡса йүнәлтелгән һәм 597-се указ сыҡҡандан һуң, билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеү маҡсатында өҫтәмә рәүештә 6 миллиард һум бүленгән.
Рәсәй Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле 2016 йылға 3-7 йәштәрҙәге сабыйҙар өсөн бала баҡсаларына сираттар мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү буйынса саралар хаҡында һөйләне. 2013 йылдың 1 ғинуарына 3-7 йәштәрҙәге сабыйҙар өсөн сираттар Татарстанда һәм Киров өлкәһендә бөтөрөлгән. 2013 йылда – Мари Иле Республикаһында, Түбәнге Новгород, Һамар һәм Ульяновск өлкәләрендә, 2014 йылда – Сыуашстан, Пермь крайы һәм Һарытау өлкәһендә, 2015 йылда – Башҡортостанда, Мордовияла, Удмуртияла, Пенза һәм Ырымбур өлкәләрендә әлеге бурысты үтәү көтөлә. Шулай итеп, 2016 йылға 3-7 йәштәрҙәге сабыйҙар өсөн бала баҡсаларына сираттар тулыһынса бөтөрөләсәк.
Бының өсөн тормошҡа ашырылған «юл карталары» һәм маҡсатлы программалар сиктәрендә 185 мең урын булдырыу ҡаралған, сөнки 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата сираттың 155 мең урын тәшкил итәсәге көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика