06:19 (UTC+5), 23 Января 2013

Башҡортостанда «Рәсәйгә һәр бала мөһим» проекты старт алды

Людмила Терновая
Кисә Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәйгә һәр бала мөһим» проекты старт алды. Дөйөм федераль проектты тормошҡа ашыра башлау хаҡында партияның төбәк сәйәси советы Президиумының быйылғы тәүге ултырышында иғлан ителде, тип хәбәр итә ER.RU. Проекттың төбәктәге координаторы итеп Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова бер тауыштан һайланды.
— Бөгөнгө көнгә Рәсәйҙә балаларҙы яҡлау буйынса бер нисә ярайһы уҡ көслө программа эшләп килә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Милана Скоробогатова. – Бөгөн беҙ йәнә бер проектҡа старт бирәбеҙ. Ул - «Рәсәйгә һәр бала мөһим» тип аталған дөйөм федераль партия проекты. Республикала әлеге проект һөҙөмтәле тормошҡа ашырылыр, тип ышанам. «Берҙәм Рәсәй» үҙ өҫтөнә лидер, координатор, партнер һәм дипломат ролен ала. Етем балалар проблемаларын хәл итеү өсөн, ул бөтә власть органдары менән диалог алып барасаҡ.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев Милана Скоробогатоваға бындай мөһим һәм яуаплы проектты үҙ ҡулына алырға ризалыҡ белдергәне өсөн рәхмәт әйтте һәм эшендә уңыштар теләне.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика