Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Ғинуар 2013, 11:59

БР Үҙәк һайлау комиссияһының 2013 йылға эш планы раҫланды

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 16-сы ултырышында Комиссияның 2013 йылға эш планы раҫланды, ултырышты БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы.
Кәңәшмә барышында шулай уҡ республикала участка һайлау комиссияларының резерв составы сруктураһы тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Ошоға бәйле резерв формалаштырыу һәм әлеге запас составтан участка комиссияһының яңы ағзаһын тәғәйенләү буйынса эш төркөмө составы раҫланы.
Бынан тыш, ҡайһы бер территориаль комиссияларҙың составында үҙгәрештәр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр БР Үҙәк һайлау комиссияһынан.
Автор: Арина Рәхимҡолова
Читайте нас