12:32 (UTC+5), 22 Января 2013

31 ғинуарҙа БР Дәүләт Йыйылышының сираттағы ултырышы үтә

Людмила Терновая
31 ғинуарҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 59-сы ултырышы үтә. Бындай ҡарар республика парламенты Президиумының сираттағы ултырышында ҡабул ителде.
Депутаттар 16 закон проектын тикшерергә планлаштыра. Уларҙың һигеҙе һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителәсәк. Улар араһында - «Башҡортостан Республикаһы референдумы тураһында»ғы БР законының 1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында ҡалалар төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» республика закон проекттары.
«Башҡортостан Республикаһының мировой судьялары тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы, «Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт ҡануниәтен һәм хеҙмәт хоҡуғы нормаларын үҙ эсенә алған башҡа норматив хоҡуҡи акттарҙы үтәүгә ведомство тарафынан контроллек итеү тәртибе тураһында»ғы закон проекттары өҫтөндә эш дауам ителәсәк.
Республиканың закон сығарыусылары ете закон сығарыу инициативаһын тикшерәсәк. Улар араһында - «Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр инедереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 24-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында һунар һәм һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлап ҡалыу тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында».
Республика парламентының пленар ултырышында «Башҡортостан Республикаһында ҡануниәт торошо хаҡында» исемле доклад тыңлау, шулай уҡ федераль закон проекттары тураһындағы һигеҙ ҡарар проектын тикшереү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика