07:08 (UTC+5), 18 Января 2013

Йәш гвардиясылар Өфөлә алкоголгә ҡаршы акция үткәрҙе

Людмила Терновая
Өфөлә «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» активистары менән полиция хеҙмәткәрҙәре берлектә алкоголгә ҡаршы рейд үткәрҙе. Төнгө ваҡытта һыра һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон үтәлешен тәьмин итеү, шулай уҡ балиғ булмағандарға һыра һатыу осраҡтарын асыҡлау һәм уларҙы иҫкәртеү акцияның төп маҡсаты булып тора, тип хәбәр итә ER.RU.
— Беҙ биш киоскыла булдыҡ, һуңғыһында миңә һыра һаттылар, - тип һөйләне «Йәш Гвардия» активисы Тимур Әйүпов. – Тик паспорт күрһәтеүемде һоранылар.
Өфөлә акция үткәреү барышында йәш гвардиясылар байтаҡ сауҙа нөктәләрен тикшерҙе. Уларҙың күпселегендә балиғ булмағандарға һәм төнгө ваҡытта спиртлы эсемлектәр һатылмай. Әммә был законды үтәмәгән һатыусылар ҙа бар. Закон боҙоу осраҡтары асыҡланған ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ протоколдар төҙөнө.
— Спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тураһындағы закон үтәлешенә контроллек итеү буйынса рейдтарҙы артабан да дауам итәсәкбеҙ. Уларҙы Өфөлә генә түгел, бөтә республика буйлап үткәрергә планлаштырабыҙ, - тип хәбәр итте «Йәш Гвардия»ның «Агенттар» проекты координаторы Константин Чадлин. — Шулай уҡ граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса пландан тыш тикшереүҙәр үткәрергә ниәтләйбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика