Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
90.63
+0.22
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Ғинуар 2013, 12:41

Рөстәм Хәмитов Куйбышев тимер юлы етәксеһе Сергей Соложенкин менән осрашты

16 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Соложенкин, уның урынбаҫарҙары Сергей Блохин һәм Дмитрий Новиков менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Осрашыу барышында Өфөлә тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы, Өфөнөң Көньяҡ тимер юл участкаһында икенсе тимер юл төҙөүҙе тамамлау мәсьәләләре, баш ҡалала «Ҡала электричкаһы» проектының мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «республика менән Куйбышев тимер юлы араһындағы мөнәсәбәттәр һәр ваҡыт яҡшы булды», Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренең береһе булараҡ, Башҡортостан йөк ташыу күләмдәре буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инә.
— Куйбышев тимер юлының элекке етәксеһе менән ярайһы уҡ ҙур эш программаһы төҙөгәйнек. Ул Өфө ҡалаһының Көньяҡ тимер юл участкаһында икенсе тимер юл төҙөүсе күҙ уңында тота. Шулай уҡ «Дим – Шакша» участкаһында тиҙ йөрөүсе электр поездары хәрәкәтен ойоштороу тураһында һөйләштек. Ҡала өсөн был мөһим, социаль проект булыр ине. Беҙгә ҡала эсендә тиҙ йөрөүсе транспорт кәрәк. Станциялар, платформалар, туҡталыштарҙы төҙөкләндереү буйынса ла һөйләшеү алып барҙыҡ, был йәһәттән эштәр башланған да инде, - тине Рөстәм Хәмитов.
Оҙаҡ төҙөлгән объекттар тураһында һүҙ йөрөтөп, республика башлығы тәү сиратта Өфөләге вокзалды атаны.
— Миллионлы ҡалаға биш йыл дауамында ла төҙөлөп бөтмәгән объекттың булыуы мәртәбә өҫтәмәй. Барлыҡ эштәрҙе үтәргә тейешбеҙ, - тине Президент. Уның билдәләүенсә, юлдарҙа һәм республика биләмәһендә булған участкаларҙа объекттар төҙөүгә, сәнәғәт производствоһы күләмдәрен арттырыуға урындағы властар үҙҙәре яғынан булышлыҡ итәсәк. Яңы предприятиелар төҙөләсәк.
— Инфраструктура булдырыу, тимер юлдар төҙөү мәсьәләләрен хәл итеү йәһәтенән һеҙҙең ярҙам кәрәк буласаҡ. Ҙур һәм ғәйәт ҙур предприятиелар Өфө эргәһендә быйыл төҙөлә башлаясаҡ. Пландар ҙур. Билдәләнгән йүнәлеш буйынса бергә эшләйек, - тине Рөстәм Хәмитов.
Сергей Соложенкин республика менән компания араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы башҡарылған эш тураһында ҡыҫҡаса һөйләне.
— Йөк ташыу күләмдәренең тотороҡлолоғо буйынса Башҡортостан беҙҙә һәр ваҡыт беренсе урында, - тип билдәләне Сергей Соложенкин. – Ыңғай динамика һаҡланды. Килешеп эш итеү буйынса яҡшы проекттарыбыҙ бар. Мәҫәлән, «Башнефть» менән автоматлаштырылған идара итеү системалары буйынса пилот проект бар. Артабан был тәжрибәне башҡа ҙур компанияларҙа ла ҡулланасаҡбыҙ.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «Башнефть» һәм «Газпром нефтехим Салауат» компанияларының химия предприятиелары төҙөү буйынса ҙур инвестиция пландары бар.
Вокзал төҙөлөшө хаҡында һүҙ йөрөтөп, Сергей Соложенкин бюджетта был маҡсаттарға сығымдарҙың билдәләнәүе хаҡында әйтте. Әлеге ваҡытта проект дәүләт экспертизаһы үтә. 2014 йәки 2015 йылда барлыҡ эштәр тамамланырға тейеш. Шулай уҡ пассажирҙар платформалары яңыртыласаҡ.
Автор:«Башинформ»
Читайте нас: