«Милли мониторинг хеҙмәте» РФ субъекттары башлыҡтарының 2012 йыл йомғаҡтары буйынса мәғлүмәти асыҡлыҡ коэффициенты нигеҙендә медиа-рейтингын төҙөгән. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов унда 35-се позицияны биләй. Уның Волга буйы федераль округы субъекттарындағы коллегалары араһынан тик дүртәүһе генә яҡшы күрһәткестәргә эйә. Улар: Сергей Морозов (Ульяновск өлкәһе, рейтингта 8-се урын), Василий Бочкарев (Пенза өлкәһе, 17-се урын), Валерий Шанцев (Түбәнге Новгород өлкәһе, 28-се урын) һәм Александр Волков (Удмуртия, 29-сы урын). Ҡалған Волга буйы федераль округы субъекттары һәм Башҡортостанға күрше булған төбәктәр башлыҡтары Рөстәм Хәмитовтан күпкә артҡа ҡалған.