14:05 (UTC+5), 11 Января 2013

Рөстәм Хәмитов прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Ольга Мортазина
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хоҡуҡ һаҡлау органдары учреждениеһына 291 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән тантаналы сарала ҡатнашып, республика прокурорҙарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
— Һәр яңы йыл рәсми рәүештә Прокуратура көнө менән асыла. Һәм был ҡәтғи рәүештә закон сиктәрендә йәшәргә кәрәк тигәнде аңлата. Һеҙҙең хеҙмәт 300 йылға яҡын хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итә. Бөгөн прокуратура иҡтисад, экология өлкәләрендә енәйәтселек, закон боҙоуҙар менән көрәшеү, коррупцияға ҡаршы эш алып барыу, дәүләт һәм шәхси милекте һаҡлау кеүек йүнәлештәргә контроллек итә. Һеҙҙең эшмәкәрлек хоҡуҡи һәм ижтимағи тотороҡлоҡто нығытыуға булышлыҡ итә, - тип билдәләне республика башлығы.
Прокуратура органдары ветерандарының ҡаҙаныштарын билдәләп, Президент айырыуса уңыштарға өлгәшкән хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырҙы. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеменә түбәндәгеләр лайыҡ булды: БР прокуроры Сергей Хуртин, БР Прокуратураһының бүлек начальнигы Рәмил Ахунов, Бишбүләк районы прокуроры Александр Данилов, Өфө ҡалаһы Киров районы прокуроры Роберт Йәркәев. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән Кушнаренко районы прокуроры Илһам Хәбибуллин наградланды. Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән Йылайыр районы прокуроры Андрей Надёжкин, Өфө ҡалаһы Калинин районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Розалия Петрова, Благовар районы прокуроры Айҙар Солтанов бүләкләнде.
Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев закон сығарыу эшмәкәрлегендә айырыуса ҡаҙаныштарға өлгәшкән прокуратура хеҙмәткәрҙәрен БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай наградалары менән бүләкләне. Сергей Хуртин шулай уҡ үҙенең хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарға ведомство наградаларын - «Законға тоғролоҡ өсөн», «Хеҙмәткә тоғролоҡ өсөн» билдәләрен тапшырҙы.
Хеҙмәттәштәрен һөнәри байрам менән Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин, Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығы начальнигы Виктор Палагин, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Виктор Шалыгин ҡотланы.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика