08:39 (UTC+5), 11 Января 2013

«Берҙәм Рәсәй» балаларға Раштыуа байрамы бүләк итте

Арина Рәхимҡолова
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе Республика балалар клиник дауаханаһының онкология бүлегендә дауаланған балалар өсөн Раштыуа байрамы үткәрҙе, тип хәбәр итә ER.RU.
«Раштыуаға мөғжизә» акцияһы сиктәрендә балаларға ҡунаҡҡа шаян клоундар, бейеүселәр килде. Һәм, әлбиттә, һәр балаға бүләктәр тапшырылды.
– Балаларға һәр ваҡыт шатлыҡ бүләк итергә кәрәк. Ә бында айырым контингент – ҡаты ауырыуҙар менән сирләгән сабыйҙар. Шуға күрә улар беҙҙең иғтибарға, йылы мөнәсәбәткә мохтаж. Бындай балаларҙы бер үк байрамһыҙ ҡалдырырға ярамай, - тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы рәйесе урынбаҫары Альбина Буранғолова.
Әлеге ваҡытта Республика балалар клиник дауаханаһының онкология бүлегендә 32 бала дауалана. Нигеҙҙә, был 5-8 йәштәрҙәге сабыйҙар.
– «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе «Балалар онкологияһы» партия проекты башланағысы менән сығыш яһаны. Һәр бала өсөн шәхси дауалау программаһы булдырылыуын, уларҙың Рәсәйҙең иң яҡшы дауалау учреждениеларында сәләмәтлеген нығытыуын һәм һәр береһенең шәхси кураторы булыуын теләйбеҙ, - тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Һаулыҡ» проектының Башҡортостандағы координаторы Валентин Павлов.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты баш белгесе Артур Фәсхетдинов билдәләүенсә, балалар онологияһы – етди проблема.
– Был мәсьәләгә артабан да ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ. Республика балалар клиник дауаханаһы етәкселеге менән эшләүҙе дауам итергә, онкология сирле балаларҙы дауалауға, уларға ярҙам күрһәтеүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә артабан да булышлыҡ итергә планлаштырабыҙ, - тине Артур Фәсхетдинов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика