Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Ғинуар 2013, 16:14

Башҡортостан парламентарийҙары алдағы яҙғы сессияға бурыстар билдәләне

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа закон сығарыусыларҙың яҙғы сессияға эшмәкәрлеге буйынса кәңәшмә үтте.
— Бөгөн республика парламентының 2013 йылғы яҙғы сессияһы асыла, Дәүләт Йыйылышының Президиумы, даими Комитеттары һәм Секретариаты эшмәкәрлеген дауам итә, - тип билдәләне республика парламенты спикеры Константин Толкачев. – Үткән 2012 йыл Дәүләт Йыйылышы депутаттары өсөн республика ҡануниәтен әүҙем камиллаштырыу осоро булды. Ул Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы һәм Рәсәй тарихы йылы булараҡ иҫтә ҡалды. Дөйөм алғанда, парламент алдына ҡуйған маҡсаттарына иреште. Башҡортостан Республикаһының ғәмәлдәге закондары беҙҙең төбәкте социаль һәм иҡтисади йәһәттән эҙмә-эҙлекле үҫтереүгә булышлыҡ иткән мөһим факторға әүерелә.
Алдағы осорға бурыстар хаҡында һүҙ йөрөтөп, Константин Толкачев республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенең төп йүнәлеш булып тороуын билдәләне.
— Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә алдағы осорға эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләне, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика парламенты рәйесе. – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына билдәләнгән брыстарҙы иҫәпкә алып, артабан да республика тормошоноң барлыҡ өлкәләрен эҙмә-эҙлекле үҫтереүҙе тәьмин итеү беҙҙең төп маҡсат булып тора.
Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, башланған закон проекттары өҫтөндәге эште тамамлау зарур.
Парламентарийҙарҙың урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары өлкәһендәге закондар сығарыу эшмәкәрлеге көсөргәнешле буласаҡ. Муниципаль хеҙмәткә бәйле закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекттары өҫтөндә етди эш көтә. Федераль кимәлдә Һайлау тураһындағы кодексҡа төҙәтмәләр индереүҙе иҫәпкә алған үҙгәрештәр индереләсәк.
Парламентарийҙар «Башҡортостан Республикаһында бюджет-ара мөнәсәбәттәр тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы яңы закон проектын тикшерәсәк, «2012 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында»ғы һәм «2012 йылға Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды бюджеты үтәлеше тураһында»ғы закондарҙы ҡараясаҡ. Шулай уҡ халыҡты һәм территорияларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау, янғын хәүефһеҙлеге һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәләрендә мөнсәбәттәрҙе көйләгән ғәмәлдәге закондарға үҙгәрештәр индереү ҡарала.
Республика парламенты рәйесе һүҙҙәренсә, социаль өлкәләге ҡануниәтте үҫтереү төп йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала.
— Комитеттың алдағы осорға маҡсаттарының береһе – адреслы социаль ярҙам күрһәтеү, опека һәм попечителлек органдарының эшмәкәрлеге, шәхси медицина ярҙамы, граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһындағы закондарға үҙгәрештәр индереү, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев.
Автор:Людмила Терновая
Читайте нас: