08:10 (UTC+5), 25 Декабря 2012

Сәлиә Мырҙабаева скайп аша граждандарҙы ҡабул итте

Ғәлиә Нәбиева
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева тәүгә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты нигеҙендә Skype ярҙамында граждандарҙы ҡабул итте. Депутатҡа үҙ һорауҙарын Күгәрсен районында йәшәүселәр бирҙе.
— Беҙ мәғлүмәт технологиялары заманында йәшәйбеҙ. Уларҙы тормошобоҙҙа ҡулланыу – заман талабы. Шуға күрә эшебеҙҙә заманса алымдар ҡулланырға тырышабыҙ, - тип һөйләне Сәлиә Мырҙабаева.
Интернет мөмкинлектәрен ҡулланыу төрлө сәбәптәр арҡаһында Өфөгә килә алмаған кешеләргә депутат менән онлайн режимда аралашыу мөмкинлеген бирҙе. Мөрәжәғәт иткән һәр кеше үҙенең һорауына яуап һәм кәңәш алды.
— Осрашыуҙа айырым өлкә өсөн яуап биргән кешеләрҙең булыуы мәсьәләне тиҙерәк хәл итергә ярҙам итә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды депутат. – Шулай итеп, бәләкәй ҡыҙға федераль медицина үҙәгендә операция яһау мәсьәләһе Республика клиник дауахананың баш табибы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаевтың шәхси контроленә алынды. Торлаҡ менән тәьмин итеү һәм торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәпкә ҡуйыу буйынса һорауҙар тикшереү һәм хәл итеүҙә булышлыҡ итеү өсөн район Советы секретарына тапшырылды.
Тәүгә ойошторолған граждандарҙы онлайн режимда ҡабул итеү уңышлы үтте. Депутат фекеренсә, бындай эш алымы үҙен аҡланы һәм киләсәктә ул һайлаусылар менән эш итеүҙә киң ҡулланыласаҡ.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика