13:31 (UTC+5), 24 Декабря 2012

Башҡортостан Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы йыйылышында халыҡ-ара проекттар тәҡдим итте

«Башинформ»
20 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының «Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлеге тураһында» дөйөм йыйылышында сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Комиссия ултырышы Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров рәйеслегендә үтте. Был сәйәси сарала БР Хөкүмәте вице-премьеры Башҡортостандың халыҡ-ара гуманитар проекттарын тәҡдим итте. Атап әйткәндә, ул 2013 йылда Башҡортостандың ЮНЕСКО ҡарамағындағы «Донъя халыҡтары мәҙәниәттәре диалогы» акцияһында ҡатнашыуын дауам итәсәге хаҡында әйтте. Уның сиктәрендә республиканың ижади коллективтары сит илдәрҙә сығыш яһаясаҡ. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың бындай презентациялары Германия, Франция, Швейцария һәм Балтика илдәрендә үткәрелгәйне.
— Беҙҙең тарафтан әҙерләнгән күргәҙмәләр һәм концерттар республика хаҡында сағыу һәм яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы, - тип хәбәр итте Лилиә Ғүмәрова. – Алдағы йылдың ноябрендә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында беҙҙең республика менән ЮНЕСКО-ның хеҙмәттәшлегенә 15 йыл тулыуға арналған Башҡортостандың халыҡ-ара презентацияһын үткәрергә планлаштырабыҙ.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика