06:05 (UTC+5), 19 Декабря 2012

Сәлиә Мырҙабаева: «2013 йылда ауыл ерендә эшләргә теләгән йәш табиптарға түләүҙәр биреү дауам ителәсәк»

Ғәлиә Нәбиева
Ауыл медицинаһын үҫтереү һәм йәш белгестәрҙе ауылдарға йәлеп итеү өсөн 2012 йылда мотлаҡ медицина страховкалауы тураһындағы законға төҙәтмәләр индереү юлы менән 35 йәшкә тиклемге белгестәргә бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнгәйне. Медицина юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң 2011-2012 йылдарҙа ауылға эшкә килгән табиптар дәүләт ярҙамы алды.
— Был маҡсаттарға «Земство табибы» проекты сиктәрендә федераль бюджет средстволарынан 6,5 миллиард һум ҡаралғайны. Башҡортостанға Рәсәйҙең барлыҡ субъекттары араһынан иң күп сумма бүленде – 553 миллион һум. Был средстволар тулыһынса файҙаланылды, - тип һөйләне Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева.
Әммә, Сәлиә Мырҙабаева һүҙҙәренсә, ауылдарҙа әүәлгесә кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ауылда эшләргә теләгән йәнә 77 белгестән ғариза ҡабул ителгән. Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаеваның Мотлаҡ медицина страховкаһы федераль фондына 2012 йылда өҫтәмә түләүҙәр бүлеү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итеүе республиканың ауыл медицинаһын кадрҙар менән тәьмин итеүҙә ярҙам итәсәк.
— 2013 йылда медицина хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр биреү дауам ителәсәк, - тине депутат. – Медицина хеҙмәткәрҙәренә бындай социаль ярҙам сараһы 2012 йылдың 1 декабрендәге «Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкалауы тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында» 213-ФЗ һанлы Федераль закон менән билдәләнгән.
Сәлиә Мырҙабаева билдәләүенсә, федераль ҡануниәткә ярашлы, 2013 йылда ике йүнәлеш буйынса (һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең дәүләт һәм муниципаль учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу һәм тармаҡҡа заманса мәғлүмәт системаларын индереү) һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаларын тормошҡа ашырыу ҙа дауам ителәсәк.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика