11:05 (UTC+5), 17 Декабрь 2012

Өфөлә әзербайжан әҙәбиәте һәм ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе асылды

Ғәлиә Нәбиева
Өфөнөң 8-се китапханаһында әзербайжан әҙәбиәте һәм ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Сараны ойоштороусылар булып БР Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамында «Әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай. Күргәҙмә экспонаттары менән ҡунаҡтарҙы БР «Әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Габил Мамедов таныштырҙы.
— Һәр халыҡтың үҙенең мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм телен өйрәнергә мөмкинлеге булһын өсөн Башҡортостанда күп нәмә эшләнә, - тип билдәләне Өфө ҡалаһының «Халыҡтар дуҫлығы» китапханаһы мөдире Роза Әбдиева. – Беҙҙең китапхана байтаҡ милли-мәҙәни үҙәктәр менән хеҙмәттәшлек итә.
Роза Әбдиева әзербайжан әҙәбиәте, шағирҙар һәм яҙыусылар тураһында ентекле һөйләне. Сарала ҡатнашыусыларҙы әзербайжан шағиры Балоглан Джалил да сәләмләне. Шулай уҡ күргәҙмә сиктәрендә Әзербайжандың бөгөнгө тормошон сағылдырған видеопрезентация ойошторолдо.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика