11:51 (UTC+5), 14 Декабря 2012

Өфөлә БР Профсоюздар федерацияһы Советының IV пленумы үтте

Людмила Терновая
Өфөлә БР Профсоюздар федерацияһы Советының IV пленумы үтте. Унда ҡатнашыусылар бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә килеп тыуған һорауҙарҙы, атап әйткәндә, «Һаулыҡ», «Земство табибы» милли проекттарын, тармаҡты яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыу һәм уны арзаныраҡ итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Пленум эшендә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм БР Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды вәкилдәре ҡатнашты.
«Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюздары» республика ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Роза Әминова һөйләүенсә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге программаларҙы тормошҡа ашырыу барышында килеп тыуған төп мәсьәләләрҙе билдәләү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын табыу пленумдың төп маҡсаты булып тора.
— Һаулыҡ һаҡлау системаһында проблемалар килеп тыуғанда профсоюздар ситтә ҡалмай, - тип белдереҙе Роза Әминова. – Беҙҙә власть органдары, учреждениелар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Социаль партнерлыҡ принцибы буйынса килеп тыуған барлыҡ мәсьәләләр ҙә урындарҙа ғәмәлдәге закондар сиктәрендә хәл ителә. Шулай уҡ беҙ республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ.
Пленум һөҙөмтәләре буйынса тәҡдимдәр әҙерләнде. Улар иҫәбендә – теге йәки бел программаларҙы тормошҡа ашырыу барышында килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә төрлө кимәлдәге профсоюз ойошмаларының әүҙемерәк ҡатнашыуы. Шулай уҡ улар һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләү, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү мәсьәләләре буйынса күҙәтеү алып барырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика