11:11 (UTC+5), 13 Декабря 2012

Рөстәм Хәмитов: «Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһе дәүләт берҙәмлеген нығытыуға йүнәлтелгән»

«Башинформ»
12 декабрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттерҙе. Был мөһим сәйәси сарала Башҡортостан Презденты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Сарала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституция, Юғары һәм Арбитраж судтары етәкселәре, губернаторҙар корпусы, төбәктәрҙең закондар сығарыу йыйылыштары рәйестәре, традицион конфессиялар башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары етәкселәре ҡатнашты.
Ил башлығының Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий биреп, Рөстәм Хәмитов киләһеләрҙе билдәләне:
«Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһе тулыһынса илдең мөһим мәсьәләләренә арналған. Ул дәүләт берҙәмлеген һәм йәмғиәтте нығытыуға йүнәлтелгән. Владимир Владимирович Путин билдәләгән мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһында беҙ күп эштәр башҡарабыҙ, ошо йәһәттән әлеге Мөрәжәғәтнамә минең өсөн сағыштырып ҡарау, өлгәшкән ҡаҙаныштарға баһа биреү һәм киләсәктә башҡарыласаҡ эштәрҙе билдәләү мөмкинлеге кеүек яңғыраны. Демографик хәлде яҡшыртыу өсөн байтаҡ эштәр эшләнә – Башҡортостанда халыҡ һаны арта. Йәмәғәтселектә киң таралған спорт төрҙәрен үҫтерәбеҙ, халыҡ-ара ярыштар үткәрәбеҙ. Декабрь-ғинуар айҙарында Өфөлә тәүгә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса Донъя чемпионаты үтә, 2013 йылдың яҙында VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары ойошторола. Көн элгәре Владимир Путин РФ Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса советы ултырышы һөҙөмтәләре буйынса бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Өфөлә Паралимпия үҙәген төҙөп, уны 2014 йылдың 30 декабренә тиклем файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.
Граждандарҙың сәләмәтлеген нығытыу, бала баҡсаларына сираттарҙы кәметеү һәм шәхси бала баҡсаларын үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Декабрҙә мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу һәм уҡытыусылар килемен иҡтисад буйынса уртаса күрһәткескә еткереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙым. Башҡортостанға әүҙем рәүештә инвестициялар йәлеп ителә, тимәк, яңы эш урындары булдырыла, һалымдар һалыу базаһы киңәйә. «Аҡыллы» йәмғиәт төҙөүҙең яңы, заманса принциптарына таянып, йәмғиәтебеҙҙе үҙгәртә башланыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, Президент талап иткән барлыҡ йүнәлештәр буйынса эш алып барабыҙ.
Дәүләт һатып алыуҙары темаһына ҡағылып, Владимир Путин федераль контракт системаһы тураһындағы законды ҡабул итеү буйынса эштәрҙе тиҙләтеү кәрәклеген билдәләне. Беҙҙең өсөн был тезис айырыуса актуаль, сөнки Башҡортостан был системаны индереү буйынса пилот төбәк булып тора һәм беҙ һәр ваҡыт һатып алыуҙар асыҡлығы өсөн көрәшәбеҙ. Һәм был уңышлы үтәлә. Быйыл республика һатып алыуҙар асыҡлығы буйынса милли рейтингтың иң юғары баһаһын алды, был күрһәткес буйынса беҙҙең төбәк 34-се урындан (2009 йылда) икенсе урынға күсте.
Бер һүҙ менән әйткәндә, ил үҙенең төбәктәрен үҫтереү менән көслө. Рәсәй Президенты билдәләүенсә, сәйәси системаны камиллаштырыуға, милләт-ара татыулыҡты һәм ил берҙәмлеген нығытыуға, уның граждандарының именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән курс артабан да дауам ителәсәк».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика