13:22 (UTC+5), 13 Декабря 2012

Хәйҙәр Вәлиев: «Үҙәк һайлау комиссияһы һәм партиялар – һайлау процесында тиң партнерҙар»

Людмила Терновая
БР Үҙәк һайлау комиссияһы һәм сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре осрашыуында Башҡортостанда һайлауға әҙерлек барышында һәм уны үткәргәндә һайлау комиссиялары менән сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләренең килешеп эш итеү мәсьәләһе тикшерелде.
— Һайлау процесында беҙ һеҙҙең менән тиң партнерҙар булып торабыҙ, - тигән фекерен белдерҙе БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. – Шуға күрә бөтәбеҙ өсөн дә бер булған закон сиктәрендә үҙ-ара конструктив мөнәсәбәттәр булдырырға тейешбеҙ. Беҙҙең хеҙмәттәшлек берҙәмлеккә әүерелергә тейеш. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булараҡ, ғәмәлдәге закондар нигеҙендә һеҙҙең һәр берегеҙ менән эшләргә әҙер булыуыбыҙ хаҡында белдерәм.
Артабан БР Үҙәк һайлау комиссияһы менән сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләренең берлектә эшмәкәрлек алып барыу варианттары тикшерелде. Хәйҙәр Вәлиев һөйләүенсә, ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы, партияларҙың, шулай уҡ комиссияларҙың эшләү форматы үҙгәрергә тейеш.
Төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда сәйәси партияларҙың 24 төбәк бүлексәһе теркәлгән. Һуңғы һайлауҙарҙа (муниципаль район Советтарына депутаттар һайлау) партияларҙың ун төбәк бүлексәһе ҡатнашҡан.
— Республикала барлыҡ сәйәси партияларҙың тигеҙлеге тәьмин ителә, - тип билдәләне Комиссия рәйесе.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәйлә Алтынова билдәләүенсә, алда ҙур яуаплылыҡ талап иткән һайлау кампанияһы көтә. Шуға күрә партия вәкилдәренә һайлау кампанияһында ҡатнашыусыларҙың вәкәләттәре һәм бурыстары билдәләнгән ҡануниәт нормаларына иғтибар итеү зарур.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика