11:30 (UTC+5), 12 Декабря 2012

Төбәктең Дәүләт Йыйылышында «Һаулыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде

Людмила Терновая
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ултырышында Башҡортостан Республикаһында «Һаулыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Был мәсьәлә буйынса доклад менән республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева сығыш яһаны.
Министр урынбаҫары билдәләүенсә, тәүге медицина-социаль ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү, сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса эшмәкәрлекте камиллаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, махсус ярҙам, шул иҫәптән юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыу һәм уны арзанайтыу, әсәләргә һәм балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу 2006 йылдан алып тормошҡа ашырылған милли проекттың төп йүнәлештәре булып тора.
— Ағымдағы йылдың 11 айы эсендә проект сиктәрендә вакциналар, медикаменттар, башҡа төрлө материалдар, медицина ҡорамалдары, санитар автотранспорт һатып алыу һәм шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияһына өҫтәмә түләүҙәр биреү маҡсатында федераль бюджеттан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителде, - тип хәбәр итте Динара Еникеева.
— Халыҡта сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиәләү «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектының мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора, - тип хәбәр итте министр урынбаҫары. – Был йүнәлештә эшмәкәрлек алып барыу өсөн федераль бюджеттан 20, 317 миллион һум аҡса бүленде.
Динара Еникеева һүҙҙәренсә, әсәләргә һәм балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу шулай уҡ әлеге проекттың мөһим компоненты булып тора. Был юҫыҡта төбәктә байтаҡ саралар тормошҡа ашырыла. Улар иҫәбендә – ауырлы ҡатындарға, шулай уҡ йәш әсәләргә ярҙам күрһәтеү, бер йәшкә тиклемге балаларҙы күҙәтеү аҫтына алыу.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика