18:57 (UTC+5), 12 Декабря 2012

Өс балалы ғаилә Рәсәй өсөн норма булырға тейеш, тип иҫәпләй Владимир Путин

Людмила Терновая
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә демографик үҫеш буйынса төбәк программаларын булдырыу кәрәклеген билдәләне.
— Рәсәй суверенлы һәм көслө булһын өсөн, беҙ күберк булырға һәм әхлаҡ, компетенциялар, хеҙмәт, ижад йәһәтенән яҡшыраҡ булырға тейешбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. – Бөгөн Рәсәйҙең 20-40 йәштәрҙәге әүҙем, йәш, эшкә яраҡлы халҡының өлөшө – донъяның үҫешкән илдәрендә иң юғарыларҙың береһе булып тора. Әммә бер ниндәй ҙә саралар күрелмәһә, 20 йылдан һуң бындай йәштәге кешеләрҙең һаны бер ярым тапҡырға кәмергә мөмкин.
Рәсәй дәүләте башлығы һүҙҙәренсә, үткән ун йыллыҡта ҡабул ителгән демографик программалар бөгөн уңышлы ғәмәлләштерелә. Илдә халыҡ һаны тотороҡланды ғына түгел, арта ла башланы. Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында ул 200 мең кешегә артты. Шул уҡ ваҡытта илдең яңы тарихында тәүгә биш ай рәттән халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә.
Владимир Путин демографик үҫеш буйынса төбәк программаларын булдырыу тәҡдиме менән Рәсәй субъекттары башлыҡтарына мөрәжәғәт итте.
— Минеңсә, өс балалы ғаилә Рәсәйҙә нормаға әүерелергә тейеш. Былай булһын өсөн, күп нәмәләр эшләнергә тейеш, - тине ил башлығы.
Владимир Путин һүҙҙәренсә, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыу зарур, улар, икенсе һәм унан һуңғы бала табыу карьераға, яҡшы эшкә юл ябасаҡ, йорт мәшәҡәттәре менән генә сикләнергә мәжбүр итәсәк, тип хәүефләнергә тейеш түгел. Рәсәй Президенты әлеге ваҡытта тормошҡа ашырылған сараларҙы билдәләне – бала баҡсаларына сираттар мәсьәләһен хәл итеү, балалы ҡатындар өсөн ҡайтанан һөнәри белем биреү программаһы һәм башҡалар.
— 2000 йыл башына Рәсәйҙә халыҡ һаны йыл һайын бер миллион кешегә кәмене, - тип хәбәр итте Владимир Путин. – Был афәтте туҡтатып булмаясаҡ кеүек тойолдо. Демографияға ҡағылышлы прогноздар ил өсөн һуңғы хөкөм кеүек яңғыраны. Әммә был тенденцияны туҡтата алдыҡ. Демографик программалар ғәмәлләштерелә башлағандан алып илдә халыҡ һаны тотороҡланды. 2010 йылдан алып ул арта башланы. Был беҙҙең төп ҡаҙаныш.
Башҡортостанда иһә демографик хәл алдараҡ яҡшыра башланы. 2008 йылдан алып тыуым 7,5 процентҡа артты. Республикала үлемдең 4,5 процентҡа кәмеүе һөҙөмтәһендә һуңғы өс йылда халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә. Төбәктә уртаса ғүмер оҙонлоғо 68 йәштән 70-кә тиклем артты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика