11:08 (UTC+5), 11 Декабря 2012

2016 йылға Башҡортостандың һайлау участкалары ҡайтанан йыһазландырыласаҡ

Ғәлиә Нәбиева
— Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы барлыҡ һайлау комиссияларын яңы технологик, шул иҫәптән электрон ҡорамалдар менән йыһазландырыу программаһын 2016 йылға тиклем тамамларға ниәтләй, - тип һөйләне БР Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре һәм муниципаль район һәм ҡала округы Советтары секретарҙары кәңәшмәһендә. – Участка комиссиялары формалаштырылғанда техник белемле кандидатуралар ҡараласаҡ. Был бөгөнгө көн талабы.
Үткән һайлауҙарҙа тауыш биреү өсөн технологик ҡорамалдар 19 миллион 820 мең һумға һатып алынған. Шуға күрә әлеге ваҡытта участка комиссияларының 75 проценты яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Алдағы һайлауҙарҙа был эш дауам ителәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, барлыҡ муниципаль райондарҙа урынлашҡан 108 һайлау участкаһында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланылды. Әҙерлек барышында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары операторҙары өсөн «техник ярҙам буйынса ҡыҙыу линия» ойошторолдо, 216 оператор уҡытылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика