08:46 (UTC+5), 07 Декабря 2012

Волга буйы федераль округы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып айырыуса әһәмиәтле инвестиция проекттары исемлеген төҙөй

Марина Шумилова
Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич бойороғо буйынса Волга буйы федераль округында айырыуса әһәмиәткә эйә булған инвестиция проекттары исемлеге төҙөлә башлаясаҡ. Был проекттар ярҙамында округта яңы производстволар төҙөләсәк, эш урындары булдырыласаҡ. Төбәктәр иҡтисадына һәм социаль өлкәһенә был ярайһы уҡ ҙур йоғонто яһаясаҡ. Волга буйы федераль округы бындай конкурсты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып иғлан итә.
— Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа инвесторҙарға ярҙам итәсәкбеҙ. Был үтә мөһим, сөнки инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе йәһәтенән беҙҙә әле проблемалар етерлек. Атап әйткәндә, инвестициялар ҡануниәтен камиллаштырыу, административ кәртәләрҙе кәметеү, үҫеш институттарының эшмәкәрлеген яҡшыртыу талап ителә. Конкурс комиссияһына авиатөҙөлөш өлкәһендәге инвестиция проекттары күп тәҡдим ителер, тип көтәбеҙ, - тине тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары Галина Изотова.
Волга буйы федераль округының айырыуса әһәмиәткә эйә булған инвестиция проекттары конкурсы 2012 йылдың 1 декабрендә старт алды. Конкурс комиссияһы составы раҫланды, унда федераль министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, эксперттар инде. Конкурс комиссияһы етәксеһе итеп РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Галиана Изотова тәғәйенләнде. Уның билдәләүенсә, 2013 йылдың беренсе кварталы дауамында бер нисә этапта проекттарҙы һайлап алыу үткәреләсәк. Артабан һайлап алынған проекттар Волга буйы федераль округын үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу өсөн нигеҙ булып алынасаҡ.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн заявкалар 2012 йылдың декабре дауамында ҡабул ителәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Форматтар
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика