04:55 (UTC+5), 07 Декабря 2012

Башҡортостан Президенты Feka Construction Industry&Trade Inc компанияһы етәкселеге менән осрашты

«Башинформ»
6 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Feka Construction Industry&rade Inc компанияһы башлығы Абдулҡадир Ферахлы, Директорҙар советы ағзаһы Зафер Эрен һәм «Фека Констракшн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Шәмсетдинов менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыуҙа Өфөлә – ҡунаҡхана-эш үҙәген, Стәрлетамаҡта сауҙа-күңел асыу үҙәген төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.
— Бындай хеҙмәттәшлеккә шатбыҙ, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙең компанияны уңышлы, яҡшы эшләгән, һәр эште юғары сифатлы итеп башҡарған, үҙ һүҙендә торған компания булараҡ беләбеҙ. Беҙҙе ҡунаҡхана хужалығына, ҡала халҡының ялына бәйле һәм социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар ҡыҙыҡһындыра. Өфө һәм Башҡортостан Республикаһы ҙур халыҡ-ара форумдар ҡабул итергә әҙерләнә. Әлбиттә, беҙгә республиканы һәм ҡаланы биҙәйәсәк заманса биналар кәрәк.
Feka Construction Industry&rade Inc компанияһы башлығы Абдулҡадир Ферахлы Башҡортостан Президентына йылы ҡаршы алғаны өсөн рәхмәт әйтте һәм республикала дәүләт объекттарын төҙөүҙә ҡатнашыу, инвестициялар һалыу буйынса компанияның пландары менән бүлеште.
— Үҙебеҙ өсөн республикала ике проект билдәләнек, улар өҫтөндә компания вәкилдәре өс йылдан ашыу эшләй, - тип хәбәр итте Абдулҡадир Ферахлы. – Уларҙың тәүгеһе – Өфөлә ижтимағи-эш комплексын төҙөү. Инвестициялар күләме яҡынса 210 миллион доллар тәшкил итәсәк. Стәрлетамаҡтағы проект өсөн 90 миллион доллар кәрәк буласаҡ. Беҙҙең өсөн Өфөләге проект өҫтөнлөклө булып тора, сөнки саммиттарға отелдәр төҙөү зарур. Өфөлә ер участкаһы менән проблема юҡ. Ҡайһы бер мәсьәләләр килеп тыуа, әлбиттә, әммә улар хәл итерлек. Әлеге объектҡа инженерлыҡ коммуникацияларын үткәрергә кәрәк. Өфө башлығы был мәсьәләлә беҙгә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Стәрлетамаҡта участка хужаһы менән ҡайһы бер һорауҙар килеп тыуа. Уларҙы тулыһынса хәл иткәндән һуң, был ҡалала эштәрҙе башлясаҡбыҙ.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика