Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Декабрь 2012, 17:18
2013 йыл Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 6 декабрҙә 2013 йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр Президенттың матбуғат хеҙмәтенән. Документҡа ярашлы, Йылды үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты булдырылды, уға 2013 йылдың 1 ғинуарына тиклем тейешле саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде. Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәттәренә лә шундай уҡ ойоштороу комитеттарын булдырырға тәҡдим ителде. Йәмәғәт ойошмаларына экологик мәҙәниәтте формалаштырыу һәм үҫтереү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, тәбиғәт мираҫын һаҡлау өсөн яуаплылыҡты арттырыу буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә ҡушылды.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
бр президенты
Читайте нас