05:13 (UTC+5), 05 Декабря 2012

Рөстәм Хәмитов ТЭФИ лауреаттары һәм «Рәсәй гүзәле» исемен алған Элина Кирәева менән осрашты

Ольга Мортазина
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «ТЭФИ-Төбәк 2012» бөтә Рәсәй телевизион конкурсы наградаларына лайыҡ булған тележурналистар - «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы («Россия» телеканалы) хеҙмәткәрҙәре Алина Сөләймәнова һәм Эрнест Хәйруллин, БЮТ каналының «Тамыр» балалар студияһы директоры Гөлназ Ҡолһарина, «Рәсәй гүзәле» исемен алған Элина Кирәева менән осрашты.
— Барығыҙҙы ла бында күреүемә шатмын. Һеҙ – еңеүселәр, күптән түгел абруйлы наградаларға лайыҡ булдығыҙ. Был минең өсөн дә ҙур ҡыуаныс, - тип сәләмләне конкурстарҙа еңеүселәрҙе республика Президенты. – Республика өсөн лайыҡлы эштәр эшләгән кешеләргә көндәлек тормошта рәхмәт һүҙен еткерергә мөмкинлек табырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Республика халҡы өсөн уңыштар тарихы бик мөһим. Һәм һеҙ был уңыштарға өлгәштегеҙ. Ижади донъяла һеҙ яңы идеялар, яңы образдар булдыраһығыҙ, быларҙың барыһы ла мөһим, ҡыҙыҡлы. Был залда беҙ рәсми делегациялар менән осрашабыҙ, бер нисә тапҡыр спортсылар менән осраштыҡ, әммә бындай форматта осрашыу тәүгә үтә. ТЭФИ наградаһын алыу оло мәртәбә өҫтәй. Ә Башҡортостан ҡыҙҙарының иң матур булыуы хәҙер рәсми рәүештә раҫланды. Төбәгебеҙгә дан алып ҡайтҡанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Телекомпания хеҙмәткәрҙәре һәм Элина Кирәева республика етәкселегенә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостандың абруйын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү өсөн 2013 йылда төбәктә Рәсәй кимәлендәге ҙур саралар үткәрергә тәҡдим итте.
Башҡортостан Президенты тәҡдимдәрҙе ихлас ҡабул итте һәм алдағы йылдың авгусында - «Евразия тауышы», ноябрендә - «ТЭФИ-Төбәк» үткәреләсәге хаҡында әйтте. Шулай уҡ, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, 2013 йылда Өфөлә «Рәсәй гүзәле» конкурсының финалын да үткәрергә мөмкин.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика