Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Декабрь 2012, 16:52
Белоретта республика парламенты комитетының күсмә ултырышы үтте
Белоретта 5 декабрҙә БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитетының күсмә ултырышы үтте.
Профилле комитеттарҙың күсмә ултырыштарын үткәреү практикаһын Башҡортостан парламентарийҙары йыш ҡуллана. Бөгөнгө ултырыш сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһында» республика закондарына индерелгән төҙәтмәләр тикшерелде. Парламентарийҙар Белорет районында урынлашҡан урман сәнәғәте предприятиеларының береһендә булды, ағас эшкәртеү буйынса комбинат төҙөү барышы менән танышты. Шулай уҡ депутаттар республикала заманса технологиялар ярҙамында ағас эшкәртеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
бр дәүләт йыйылышында
дин
Читайте нас