05:39 (UTC+5), 30 Ноябрь 2012

Рөстәм Хәмитов «Транснефтепродукт» компанияһы башлығы менән осрашты

"Башинформ"
29 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Транснефтепродукт» нефть продукттарын транспортлау буйынса акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте башлығы Владимир Шиманович менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыуҙа «Транснефтепродукт» компанияһының магистраль нефть продукттары үткәргестәре селтәренә ингән «Уралтранснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү эшмәкәрлеге мәсьәләләре, шулай уҡ БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән нефть транспортлау компанияһы араһында былтыр төҙөлгән килешеү үтәлеше барышы тикшерелде.
— Владимир Александрович, һеҙҙең менән тәүгә осрашабыҙ. Һеҙҙе Өфөлә сәләмләүемә шатмын, - тине Рөстәм Хәмитов. – Бында эш мәсьәләләре буйынса килеп йөрөүегеҙ хаҡында беләм. Наил Йәүҙәт улына килгәндә (Баһауетдинов Наил Йәүҙәт улы, «Уралтранснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры – автор иҫкәрмәһе), уның менән, әлбиттә, эшлекле мөнәсәбәттәр булдырғанбыҙ. Һеҙҙең предприятиеның эшмәкәрлегенә ҡарата артыҡ һорауҙарым юҡ. Структура яҡшы эшләй. Ошо рәүешле дауам итһәк – барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип уйлайым. Дөйөм алғанда иһә, беҙгә булған һорауҙарығыҙҙы тыңларға теләр инем, - тип һөйләшеүгә саҡырҙы республика башлығы.
— Һорауҙар ысынында ла юҡ тиерлек. «Уралтранснефтепродукт» компанияһы эшмәкәрлеге хаҡында белешмәләр һеҙгә әҙерләнгән. Ундағы бер нисә һан менән таныштырып китмәксемен, - тине Владимир Шиманович. – 2010 йылдан Башҡортостан биләмәһендә «Уралтранснефтепродукт» компанияһына инвестицияларҙы ун ике тапҡырға арттырҙыҡ. Ун өсөнсө йылда темптар һаҡланасаҡ. 2010 йылда өс йөҙ миллион һумдан башлаһаҡ, ағымдағы йылда 2,5 миллиард һумға сыҡтыҡ. 2013 йылға ла сумма билдәләнгән – ике миллиард дүрт йөҙ миллион һум. Йәғни был сумма бюджетта планлаштырылған, финанслау сығанаҡтары билдәләнгән. 2014 йылда сумма аҙ ғына күберәк – яҡынса ике миллиард алты йөҙ илле миллион һум буласаҡ. Шулай итеп, киләсәктә лә был тенденция һаҡланасаҡ. Ошоға бәйле һалымдар һәм түләүҙәр ҙә артасаҡ. Әммә штатты ҡыҫҡартырға планлаштырмайбыҙ. Киреһенсә, уны бер аҙ киңәйтергә ниәтләйбеҙ.
— Һалымдар беҙгә кәрәк. Уҡытыусыларға, табиптарға эш хаҡын арттырырға, юлдарҙы төҙөк хәлдә тоторға, бала баҡсаларын, мәктәптәр төҙөргә кәрәк. Һеҙҙең хеҙмәткәрҙәр ҙә улар менән файҙалана, - тине Рөстәм Хәмитов.
Шулай уҡ Башҡортостан Президенты 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәреләсәге хаҡында әйтте.
— Был мөһим сараларға етди әҙерләнеү зарур. Ремонт, төҙөлөш эштәрен башҡарырға кәрәк. Был йәһәттән эш тә алға барыр, бюджетҡа түләүҙәр ҙә бөтә йүнәлештәр буйынса артыр, тигән ышаныстабыҙ, - тип һүҙен йомғаҡланы Башҡортостан Президенты.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика