12:35 (UTC+5), 30 Ноября 2012

Рөстәм Хәмитов «Магнит» сауҙа селтәре менеджерҙарын урындағы тауар етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы

Ольга Мортазина
Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында 30 ноябрҙә Башҡортостан Президенты «Магнит» сауҙа селтәренең бүлеү үҙәгендә булды. Яңы төҙөлгән база ағымдағы йылдың авгусынан башлап эшләй һәм Өфө, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск, Ырымбур, Орск ҡалаларында урынлашҡан 451 магазинға тауар поставкалай, тип хәбәр иттеләр үҙәк хакимиәтенән.
Бүлеү үҙәге менеджерҙары Рөстәм Хәмитовты предприятие эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, аҙыҡ-түлек продукттарын һаҡлау бүлектәрен күрһәтте. Президент сауҙа селтәренең урындағы тауар етештереүселәр менән хеҙәттәшлек итеү-итмәүе хаҡында ҡыҙыҡһынды.
— Мин тик үҙебеҙҙә, Башҡортостанда, етештерелгән продукттар һатып алам һәм уларҙың сифатынан ҡәнәғәтмен, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
«Магнит» вәкилдәре хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуҙары хаҡында әйтте, тик продукция сауҙа селтәре параметрҙарына тап килергә тейеш.
Менеджерҙар билдәләүенсә, сауҙа селтәре республика халҡын 1700 эш урыны менән тьмин иткән, йыл аҙағынаса был һан 1900-гә етәсәк – декабрҙә йәнә 19 магазин асыу планлаштырыла.
— Һеҙ яҡшы эшмәкәрлек алып бараһығыҙ. Әммә тағы ла күберәк кәрәк. Һеҙҙә эшләгән кешеләр балаларын урындағы бала баҡсаларына һәм мәктәптәргә алып барасаҡ. Уҡытыусыларға, табиптарға эш хаҡтарын арттырырға кәрәк. Әгәр һеҙ бында теркәлгән булһағыҙ, һалымдарығыҙ республикала ҡалыр ине. Бизнесты үҫтереү буйынса һеҙҙең акционер менән һөйләшеү үткәрәсәкбеҙ. Билдәле шарттарҙа ташламалар булдырырға ла әҙербеҙ. Беҙ донор булырға теләмәйбеҙ, паритетлы нигеҙҙә эшләүҙе өҫтөн күрәбеҙ, - тине Башҡортостан Президенты.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика