Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Ноябрь 2012, 16:18

Баш ҡалала миллионлы ҡалаларҙың йәштәр саммиты асылды

Өфөнөң Конгресс-холында миллионлы ҡалаларҙың йәштәр саммиты эшләй башланы. Сараны ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов асты. Саммитта 10 ҡаланан вәкилдәр ҡатнаша. Делегациялар составында – ҡала йәштәр сәйәсәте учреждениелары, балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары етәкселәре.
Саммиттың төп саралары Конгресс-холда үтә. Фойела Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының видеопрезентациялары тәҡдим ителә. Шулай уҡ саммит сиктәрендә ете секция ултырышы үткәреләсәк.
Ойоштороусылар Мәскәү, Лондон, шулай уҡ Польша һәм АҠШ ҡалалары менән видеоконференциялар һәм телекүперҙәр планлаштырған.
Мәҙәни программа сиктәрендә саммит ҡунаҡтары Өфө, Магнитогорск, Силәбе һәм Пермь командалары араһында Өфө хакимиәте башлығы Кубогына Шаяндар һәм тапҡырҙар уйынын ҡарай аласаҡ.
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас