13:03 (UTC+5), 29 Ноября 2012

Республика Президенты төбәктә «аҡыллы» йәмғиәт булдырырға кәрәк тип иҫәпләй

Ғәлиә Нәбиева
— Республикала «аҡыллы» йәмғиәт булдырыу моделен әҙерләп, уның төп принциптарын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра башларға кәрәк, тип иҫәпләйем, - тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһап.
Республика башлығы билдәләүенсә, был термин әлегә йәмғиәттә киң ҡулланылмай.
— Әммә алдынғы төбәк булырға теләһәк, беренселәрҙән булып был юлды үтергә ҡурҡмаҫҡа тейешбеҙ. Иҫке алымдар әллә ни һөҙөмтәле түгел, һәм юғары маҡсаттар ҡуймаһаҡ, яңы йүнәлештәр булдырмаһаҡ, беҙгә артта ҡалыу хәүефе янай, - тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.
«Аҡыллы» йәмғиәт моделе – йәшәү сифатын үҙгәртеү инструменты, заманса мәғлүмәт һәм ойоштороу системалары ярҙамында кеше өсөн уңайлы йәшәү мөхитен булдырыу алгоритмы.
— Бындай мөхит формалаштырыу, республика халҡы өсөн уңайлы шарттар булдырыу беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе булып тора, тип иҫәпләйем, - тине республика башлығы. Иҡтисадты, социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса беҙҙең тарафтан күрелгән саралар ошо мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән булырға тейеш.
Республикала тормош имен, уңайлы, абруйлы булһын өсөн тырышырға кәрәк, тигән бурыс ҡуйҙы Президент. Халыҡ етеш йәшәргә, тыуған яғы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерергә тейеш, кешеләрҙең иртәгәһе көнгә ышанысы булыуы зарур.
— Был маҡсаттар яңы түгел, әммә уларға яңы алымдар ярҙамында ирешеү мөһим, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
Республика башлығы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, тормоштоң төп өлкәләрендә эҙмә-эҙлекле сифатлы үҙгәрештәр индереү зарур.
— Был үҙгәрештәр директив характерҙа булырға тейеш түгел, уларҙың һәр беребеҙ өсөн аңлайышлы булыуы мөһим. Тәбиғәт ресурстарын һаҡлау, юғары технологиялы иҡтисад, социомәҙәни мөхиттең һәм кешеләр араһындағы коммуникациялар системаһының лайыҡлы үҫеш кимәле – яңы «аҡыллы» йәмғиәттең нигеҙе булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика