11:47 (UTC+5), 29 Ноября 2012

Рөстәм Хәмитов: «Һөҙөмтәле эшләгән парламент – халыҡ власы органы»

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә һөҙөмтәле идара итеү мөхитен булдырыу мәсьәләһен ҡуҙғатты. Төбәктә булдырылған «аҡыллы» йәмғиәт принциптары власть органдары асыҡлығын артабан арттырыуҙы, дәүләт идараһы процесына мәғлүмәт технологияларын индереүҙе күҙ уңында тота.
— Беҙгә уңышлы эшләгән закондар сығарыу власы кәрәк. Минеңсә, һөҙөмтәле эшләгән парламент – ул халыҡ власы органы һәм бер үк ваҡытта ул халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙың хоҡуҡи нигеҙен булдырыу, бөтә йәмғиәттең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алған ҡарарҙар ҡабул итеү буйынса үҙәк булып тора. Ошо маҡсаттарҙа уның һәр комитеты ҡарамағында эксперттар йәмәғәт төркөмөн булдырырға мөмкин, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Алдағы йылдың сентябрендә республикала Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау үтә. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 20-нән ашыу сәйәси партия теркәлгән.
— Яңы булдырылған барлыҡ партияларҙың да депутатлыҡ мандаттарын ала алмауы бар. Әммә быға ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһе үҙҙәре хаҡында әйтергә тейеш, - тине республика башлығы. – Парламентыбыҙ республика халҡының именлеген нығытыуға йүнәлтелгән закон проекттарын тикшереү һәм ҡабул итеү өсөн һөҙөмтәле эшләгән фекер алышыу майҙансығына әүерелер, тип ышанам.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика