08:08 (UTC+5), 29 Ноября 2012

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанды артабан үҫтереү йүнәлештәрен билдәләне

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә алдағы осорға эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.
— Үткән йыл беҙҙең барыбыҙ өсөн дә сәйәси һәм гражданлыҡ өлгөргәнлеккә үҙенә күрә бер һынау булды. РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау, ил Президенты һайлауҙары, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау үтте, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Республика дөйөм сәйәси системаны яңыртыу буйынса мөһим этапты уңышлы тормошҡа ашырҙы. Яңыртыу һайлау ҡануниәтен үҙгәртеүгә һәм яңы сәйәси хәрәкәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә бәйле.
Илде үҙгәртеү буйынса был этапты Башҡортостан лайыҡлы үтә. Үткән һайлауҙар һөҙөмтәләре быға яҡшы дәлил булып тора. Тауыш биреү һөҙөмтәләре республика халҡының күпселегенең тотороҡлолоҡ курсын дауам итеү яҡлы булыуын раҫланы.
Һайлауҙар һайлау менән, ә республикаға тәү сиратта практик эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
— Республика өсөн барыбыҙ ҙа яуаплы, унда йәшәгән 4 миллиондан ашыу граждандың именлеге һәм лайыҡлы тормошо беҙҙең уртаҡ маҡсат булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм алғанда, Башҡортостан бөгөн социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән яҡшы күрһәткестәргә эйә.
Президент республиканың егерме иң ҡеүәтле төбәк иҫәбенә инеүе хаҡында һөйләне. Иҡтисади үҫеш темпы буйынса республика өсөнсө йыл рәттән ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ һөҙөмтәләр күрһәтә. 2010-2011 йылдарҙа тулайым төбәк продукты 14,5 процентҡа артты, ә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес 8,6 процентҡа тиң. Өсөнсө йыл рәттән сәнәғәт производствоһы үҫешеүен дауам итә, үҫеш темптары уртаса Рәсәй күрһәткестәренән ике тапҡырға юғарыраҡ.
«Эксперт» агентлығы баһалауынса, Башҡортостан «минималь иҡтисади хәүефтәр» номинацияһында беренсе урын биләй һәм инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса ун иң көслө төбәк иҫәбенә инә.
— Республика Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек Рәсәй төбәктәре менән бер рәттә тора, - тине республика башлығы. – Төбәктәр үҫеше министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, иҡтисадтың реаль секторын, инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен һәм халыҡ килеме динамикаһын билдәләгән күрһәткестәргә өлгәшеү һөҙөмтәһендә Башҡортостан быйыл социаль-иҡтисади үҫеш индексы буйынса күрһәткестәре уртаса Рәсәй кимәленән юғарыраҡ булған төбәктәр иҫәбенә инде.
Иҡтисади үҫеш халыҡтың йәшәү сифатына йоғонто яһаясаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. Һәм был йәһәттән төбәктә ыңғай һөҙөмтәләр бар. Шулай итеп, уртаса айлыҡ эш хаҡы һуңғы йылдарҙа 15 меңдән 18,5 меңгә тиклем күтәрелде. Ошо уҡ ваҡыт эсендә йән башына килем 19 процентҡа артып, 19 300 һумға етте.
— Социаль именлек һәм йәшәү сифаты беҙҙең тарафтан күрелгән саралар һөҙөмтәлелегенең төп критерийҙары булып тора. Тап кешенең үҙе һәм уның йәшәйеше республика Хөкүмәтенән алып муниципаль берәмеккә тиклем – һәр кимәлдәге власть эшмәкәрлегенең төп нигеҙе булып торорға тейеш.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика