12:30 (UTC+5), 29 Ноября 2012

Башҡортостан Президенты: «2018 йылға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы икеләтә арттырыласаҡ»

Ғәлиә Нәбиева
— Мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу мөһим мәсьәлә булып тора. Беҙҙең алда 2018 йылға уларҙың хеҙмәт хаҡын иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткереү, йәғни биш йыл эсендә уны икеләтә арттырыу бурысы тора, - тине Башҡортостан Президенты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһап. – Һәм был бурысты алдағы йылдан эҙмә-эҙлекле үтәй башлаясаҡбыҙ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән дә эшләйәсәкбеҙ. 2013 йылда улар өсөн фатирҙар һатып алыуҙы ҡушып финанслауға 50 миллион һумдан да кәм булмаған сумма бүлергә һәм бындай тәжрибәне йыл һайын ҡулланырға тәҡдим итәм.
Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһын нығытыу, биналарҙы ремонтлау, сәхнә ҡорамалдарын һатып алыу кәрәклеген билдәләне. Байтаҡ средстволар «Нефтсе» мәҙәниәт һарайын, Конгресс-холды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын заманса йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы комплексын реконструкциялау, шулай уҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының яңы бинаһын проектлау һәм төҙөү планлаштырыла. Район мәҙәниәт һарайҙарын, ҡала һәм ауыл клубтарын яңыртыу буйынса эште дауам итергә кәрәк.
Төбәк башлығы иҫәпләүенсә, район мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһы насар хәлдә.
— Ошо сәбәпле уларҙа халыҡ коллективтары, үҙешмәкәр театрҙар, оркестрҙар эшмәкәрлеге йыш ҡына туҡтап ҡала. Муниципалитеттар был эшмәкәрлекте тергеҙергә, урындарҙа бындай күренештәргә юл ҡуймаҫҡа тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты республиканың Мәҙәниәт министрлығына балалар музыка мәктәптәрен яңы, сифатлы музыка ҡоралдары менән тәьмин итеү буйынса программа әҙерләргә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика