09:25 (UTC+5), 29 Ноября 2012

Башҡортостан Президенты 2013 йылды республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә 2013 йылды республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте.
— Тәү сиратта ҡалаларҙың экологик торошон күҙәтеү йәһәтенән заманса кимәлгә сығыу талап ителә, - тип билдәләне республика башлығы. – Телекоммуникацион системалар, автоматлаштырылған ҡорамалдар мөмкинлектәрен файҙаланыу һауа һәм һыуҙың бысраныуын алдан асыҡлауҙы һәм иҫкәртеүҙе онлайн режимда тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Халыҡ менән тура бәйләнеш булдырыу мөһим: активистар, битараф булмаған кешеләр тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусылар менән көрәштә төп ярҙамсы булып торорға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бындай хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепләнеүселәргә мотлаҡ яза бирелергә тейеш.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов халыҡтың, айырыуса йәштәрҙең экологик мәҙәниәтен күтәреү кәрәклеге хаҡында әйте.
— Онотола барған «йәшел» патрулдәрҙе, мәктәптәрҙә тәбиғәтте һаҡлау берләшмәләрен тергеҙеү, волонтерҙар отрядтарына ярҙам итеү мөһим. Йәмәғәт ойошмаларының төрлө акциялары аша, киң мәғлүмәт саралары ярҙамында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын йышыраҡ күтәрергә кәрәк. Сөнки тәбиғәтте бысратыу бумеранг булып кешенең үҙенә әйләнеп ҡайта, - тине республика Президенты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика