11:37 (UTC+5), 28 Ноября 2012

Башҡортостан Президенты Өфөлә Евразия парламенты структураларын булдырырға тәҡдим итте

Галина Бахшиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә Евразия парламенты структураларын булдырырға тәҡдим итте.
— Беҙҙең республика классик Евразия биләмәһе булып тора. Европа менән Азияны урталай бүлгән сик Башҡортостан аша үтә. Әлбиттә, беҙ Евразия парламентын булдырыу идеяһын хуплайбыҙ. Өфөлә Евразия парламенты структураларын булдырырға, форумдар һәм дискуссиялар үткәрергә мөмкин. Өфө бындай эшмәкәрлек алып барыуға әҙер. Был йәштәрҙең Евразия парламенттарын, ҙур осрашыуҙарын үткәреүгә лә ҡағыла, - тип билдәләне бөгөн Рөстәм Хәмитов муниципаль райондар һәм ҡала округтары Советтары ҡарамағындағы Йәштәр советтары етәкселәренең, Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары һәм ведомстволары, йәштәр йәмәғәт ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәренең семинар-кәңәшмәһендә.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко ла был фекерҙе хуплай. Уның һүҙҙәренсә, төбәктә төрлө милли һәм конфессиональ төркөмдәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеүе буйынса ҙур тәжрибә тупланған.
— Евразия берләшмәһен ойошторған саҡта был тәжрибәбеҙҙе ҡулланырға теләр инек. Сәйәси һәм иҡтисади йүнәлештәрҙән тыш, мәҙәни һәм социаль аспекттар ҙа бар, улар беҙҙең республикала яҡшы үҙләштерелгән. Шуға күрә Башҡортостандың барлыҡ халыҡтары араһындағы мөнәсәбәттәр өлгөһөндә Евразия берләшмәһендә лә бындай мөнәсәбәттәр булдырыу мөмкин, - тип иҫәпләй Николай Самойленко.
Хөрмәтле ҡунаҡ булараҡ семинар-кәңәшмәлә Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин да ҡатнашты.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика