11:05 (UTC+5), 27 Ноября 2012

Республика парламентарийҙары балаларға Яңы йыл бүләктәре әҙерләй

Людмила Терновая
Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы районынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар Яңы йылға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Венера Шәрәфетдинова һәм Вадим Николайчуктың шәхси средстволарына һатып алынған бүләктәр аласаҡ, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән. Депутаттар инвалид, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн йәмғеһе 450 бүләк әҙерләгән. Улар райондарҙа йыл аҙағынаса үткәреләсәк Яңы йыл кисәләрендә һәм башҡа байрамдарҙа тапшырыласаҡ.
— Бындай матур йола мин Архангел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән саҡта уҡ бар ине, - тип билдәләне Венера Шәрәфетдинова. – Етем һәм инвалид балаларға бүләктәр алыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорап депутаттарға мөрәжәғәт итә торғайным. Үҙем депутат булғас, был йоланы дауам итергә булдым. Хеҙмәттәшем депутат Вадим Николайчук та был идеяны хупланы.
Бына инде биш йыл дауамында депутаттар балаларға бүләк һатып алыуға шәхси средстволарын йүнәлтә. Бынан тыш, биш йыл дауамында Архангел районының урта һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡыу йылын гел бишле билдәләренә тамамлаған студенттар йыл йомғаҡтары буйынса парламентарий Венера Шәрәфетдинованан финанс ярҙам ала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика