05:16 (UTC+5), 27 Ноября 2012

Рөстәм Хәмитов Ҡазанда милли именлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Сергей Захаров
26 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡазанда РФ Именлек советы менән берлектә үткәрелгән милли именлек мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмәлә ҡатнашты. Сарала төбәктәрҙә мәғлүмәт системалары хәүефһеҙлеге мәсьәләләре тикшерелде.
Ултырышта билдәләүҙәренсә, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса Совет эшләп килә.
— Әммә ошо мәлгә тиклем беҙ ҡулланған ябай алымдар һәр ваҡыт һөҙөмтәле булмай, бөгөнгө көн талаптарына яуап бирмәй, - тине тулы хоҡуҡлы вәкил Михаил Бабич. Уның һүҙҙәренсә, Волга буйы федераль округының ҡайһы бер төбәктәрендә, атап әйткәндә, Башҡортостан, Татарстан, Мордовия, Удмуртия, Һамар өлкәһендә мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында тотош учреждениелар булдырылған. Улар көн һайын һәм маҡсатлы рәүештә рәсми сайттарҙы һөжүмдәрҙән һаҡлап ҡына ҡалмай, донъя кимәлендәге иң яҡшы техник, инновацион тенденцияларҙы анализлап, уларҙы үҙҙәрендә ғәмәлләштерә.
Именлек советы секретары Николай Патрушев, үҙ сиратында, төбәктәрҙә йыш ҡына мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса талаптарҙан ситкә тайпылыу осраҡтары күҙәтелеүе хаҡында әйтте. Ә Рәсәй субъекттары дәүләт власы органдарының һәм муниципаль берәмектәрҙең рәсми сайттарын һаҡлау буйынса ҡайһы бер мәсьәләләр бөтөнләй хәл ителмәй, тип белдерҙе ул.
— Компетентлы органдар мәғлүмәттәре буйынса, был үтә лә һиҙгер өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙар һаны бихисап, - тине Николай Патрушев. Уның һүҙҙәренсә, кәңәшмәлә именлеккә хәүеф менән янаған күренештәргә ҡаршы көрәшеү буйынса саралар әҙерләнәсәк.
Ике көнлөк кәңәшмәлә, Волга буйы төбәктәре башлыҡтарынан тыш, Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәте, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы вәкилдәре ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика